4 июндә республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышы үтә

Ул Ишембай ҡалаһында була. Кәңәшмәлә “Алға” иҡтисади биләмәһен үҫтереү юлдары ҡарала. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала “Алға” махус иҡтисади биләмәһен булдырыуҙа ҡатнашыусылар бүләкләнә.  9 резидент етештереү предприятиелары асыу тураһында хәбәр итте. Улар нефть химияһы, приборҙар етештереү, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт ойошмалары. Белгестәр әйтеүенсә, биләмәлә 3 мең яңы эш урыны булдырыла.