Өфө төҙөлөштәрендә ниндәй хәүеф-хәтәр бар?

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡала үҙәгенең төҙөлөш майҙанында санитария ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелде. Барлыҡ объекттар араһынан комиссия «КАРКАС МОНОЛИТ» төҙөлөш компанияһында иң күп етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Дәүләт органдары вәкилдәре уҙғарған тикшереү барышында ниндәй проблемалар асыҡланды, яҡын сит илдәрҙән килгән эшселәрҙән коронавирус сире йоҡтороу ҡурҡынысы янамаймы? Был һорауҙарға яуапты БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова эҙләне.

Төҙөлөшкә инеүселәрҙе бында бетон температураһын үлсәй торған термометр менән тикшерәләр. Күрһәткестәр 25-28 -градустан ашмай. Әммә шуға ҡармаҫтан журналға 36,6 тип теркәйҙәр. Эш урынына үткән ерҙә социаль дистанция өсөн махсус һыҙыҡтар ҡуйылмаған, тикшереү комиссияһы башҡа етешһеҙлектәргә лә тап булған.

Яҡын сит илдәрҙән килгән эшселәр ошондай бер-нисә баракта төпләнгән. Һәр береһендә бишәр кеше йәшәй. Вагондар эсендә дезинфекция үткәрелмәй, ә ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн бер кемгә лә күренмәгән урында «Эсергә ярамай» тигән яҙыу менән шешә тора.

Вагондарҙа һыуытҡыстар бөтөнләй юҡ. Төҙөүселәрҙең аҙыҡ запастары карауат аҫтында, иҙәндә ята. Йәнәшәлә урамда йөрөй торған аяҡ кейемдәре. Ә был духовкала ярмалар һаҡлана.

Беҙ аҙыҡ-түлекте боҙолмаһын өсөн яҡындағы магазинға барып, көн һайын самапап һатып алабыҙ

Талби Восиев, төҙөүсе/Тажикстан/

Йыуылмаған һауыт-һаба араһында комиссия ағзалары тағы ла бер тетрәндергес фактҡа тап булды – барактарҙың береһендә бер-нисә көн аяғына баҫа алмаған төҙөүсенең сирләп түшәктә ятыуы асыҡланды.

«Финансинвест»подрядсы ойошмаһында лә хәлдәр яҡшы түгел. Объектта ҡарауылсы булып эшләгән 70 йәшлек ирҙең тән температураһы 38 градустан юғары ине. Хеҙмәткәрҙәрҙең объектта битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ эшләүе лә күҙгә салынмай ҡалманы. Эшселәр йәшәгән вагондарҙы асыуҙы һәм туҡланыу урындарын күрһәтеүҙе талап иткәс, прораб бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

16 апрелдән республиканың ҙур төҙөлөш объекттары тикшерелә. Уларҙа эшкә инеү зонаһында температура үлсәү, кейенеү һәм аш ҡабул бүлмәләрендә социаль дистанция һаҡлау, шәхси гигиена талаптары үтәлеше тикшерелде. Етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта протоколдар төҙөлдө.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Һуңғы бер нисә ай эсендә республикала 500-ҙән ашыу төҙөлөш объекты тикшерелгән. Улар буйынса судтарға административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 73 протокол йүнәлтелгән. Дәүләт органдары күҙәтеүенә эләккән ойошмалар етешһеҙлектәрҙе тулыһынса төҙәткәнгә тиклем контролдә буласаҡ.

Бөтә вагодарҙы дизинфекцияланыҡ, саңдарҙы һөрттөк, эшселәр һаҡланыу саралары ҡуллана.

Рафаэль Әхмәтов, прораб

Был төҙөлөш дәүләт күҙәтеү комиссияһы тарафынан ике көнгә ябылған. Төҙөлөш эштәре асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөргәс кенә тергеҙелгән.

Төҙөлөшкә рейдтан һуң, вагондарҙан төҙөүселәр сығарыла, карауаттар алына, вагончиктар дезинфекциялана, төҙөүселәр КОВИДҠА тестар үтә. Элеге ваҡытта был төҙөлөш объектында хеҙмәткәрҙәр бөтә санитар-гигиена талаптарын үтәй, битлектәрҙә эшләй, социаль дистанция һаҡлай.

Гүзәл Борханова.