Республика башлығы 85 йәшлек Валентина Арефьева менән осрашҡан. Ул Башҡортостанға Ленинград блокадаһы ваҡытында күсеп килгән.
“Валентина Арефьева ғүмер буйы эшләгән, өс бала тәрбиәләгән. Беҙ ошондай кешеләргә таянабыҙ, улар донъя тотҡаһы”, тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров. Башҡортостан етәксеһе ирекмәндәр менән онлайн аралашыуҙа Валентина Арефьеваға ҡунаҡҡа барырға вәғәҙә биргәйне. “Әткән һүҙемдә торҙом”, тип билдәләгән Радий Хәбиров.
#Туймазинскийрайон #дома