Беҙелдәктәргә ҡаршы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡала халҡы быйыл серәкәйҙәрҙең күплегенә ялыу белдергәйне. Дезинфекция үҙәге парк һәм скверҙарҙы исектецид матдә менән эшкәртә башланы. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең төнгө эшен БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Баланың тәне ҡыҙыл таптар менән ҡапланған. Был – серәкәйҙәр тешенән ҡалған эҙҙәр. Дүрт йәшлек Динарала серәкәй тешләүенә аллергия. Яҙҙан көҙгә тиклем уның тәненән таптар үтмәй. Ҡанэскестәр быйыл бигерәк күп ти әсәһе. Инорс биҫтәһендә йәшәүсе ғаилә урамға тик көндөҙ генә сыға ала. Кире осраҡта сабый төнө буйы йоҡлай алмай.

Ниндәй генә май һөртөп ҡараманыҡ. ярҙам итмәй. Көҙгә тиклем ҡыҙым ҡысынып йөрөй. Урамға көндөҙ генә сығырға тырышабыҙ. Киске алтынан һуң өйҙә ултырырға тура килә. Торлаҡ хужалығы идаралығына әйтеп ҡараныҡ, әлегә серәкәйҙәрҙе бөтөргәндәре күренмәй.

Наталья Якимова, Инорс биҫтәһендә йәшәүсе

Йорт ихаталары торлаҡ хужалығы идаралығы күҙәтеүендә, ә республика дезинфекция үҙәге тик скверҙар һәм парктарҙы ғына ҡанэскестәрҙән таҙарта. 

Сәскәләр, үлән, ағастар – инсектецид матдә менән ҡойона. Бер юлы дүрт-биш кеше эшләй. Бер генә мөйөш тә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.

Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе идаралығы менән килешеү һөҙөмтәһендә беҙ дәүләт заданиеһы үтәйбеҙ. 500 гектар һыу һәм 430 гектар ҡала майҙаны серәкәйҙәргә ҡаршы матдә менән таҙартыла. Йорт эргәһен серәкәйҙәрҙән эшкәртеү беҙҙең ҡарамаҡта түгел.

Дмитрий Николаев, Республика дезинфекция үҙәге баш табибы урынбаҫары

Ғәҙәттә был эш урамда кеше йөрөмәгәндә, төндә башҡарыла. Серәкәйҙәргә ҡаршы беҙҙең илдә рөхсәт ителгән препарат ҡулланыла, уның кеше һәм хайуандарға зыяны юҡ.

Үткән төндә дезинфекция Яҡутов паркында үткәрелде. Аҙна аҙағынаса көндәр ҡоро торһа баш ҡаланың бар баҡсалары ла серәкәйҙәрҙән азат ителәсәк. 

Рәмилә Исмәғилева.