Өфөлә юл хеҙмәттәре Чудинов урамын ремонтлауға тотондо

Эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Әҙерлек этабында техник һыҙат булдырыла, иҫке бордюрҙар алына һәм яңыһы ҡуйыла. Киләһе этапта асфальт-бетон япма өсөн нигеҙ түшәлә.

Бынан тыш газндарҙы тергеҙеү, яңы тротуар һалыу, булғандарын төҙөкләндереү, юл билдәләре урынлаштырыу ҡаралған.

#нацпроект Безопасные и качественные дороги