Бөгөн иртән ӨфөнөңОктябрь проспектында «Хьюндай» автомобиленә идара итеүсе 27 йәшлек егет йәйәүлене бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы ер аҫты үткәүелеянында теркәлде. Оло йәштәге ир юлға кинәт сығыу сәбәпле водитель тормозға баҫып өлгөрмәгән. Пенсионерҙың ваҡиға урынында ғүмереөҙөлгән.
Ә Учалы районында «Форд Мондео» кюветҡа осҡан. Автомобиль түңкәрелгән. Салондағы пассажирҙар йәрәхәтләнгән. 68 йәшлек водитель һәләк булған. Уның эскән булыуы билдәле. Әле тикшереү бара. Дәүләкән районында «Нива» ағасҡа төкөгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында 61 йәшлек водитель вафат булған.
Рафиҡ Әхмәтшин.