Ул 2 миллион һумға Федераль именлек хеҙмәткәрен һатып алырға теләгән. Осраҡ буйынса Өфөнөң Совет районы Тәфтиш комитеты бүлеге енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Материалдарҙан күренеүенсә, Өфөлә ваҡытлыса йәшәүсе 49 йәшлек Ҡытай халыҡ республикаһы вәкиле Федераль именлек хеҙмәте республика идаралығы хеҙмәткәренә 2 миллион һум аҡса тәҡдим иткән. Енәйәттә ғәйепләнеүсе фирма етәксеһенә ришүәт ул алып барған бизнесҡа тикшереүҙе туҡтатыу һәм тентеү барышында тартып алынған кеҫә телефонын ҡайтарыу өсөн тәғәйенләнгән.
Элемтә сараһы был осраҡта мөһим дәлил сығанағы булыуы ихтимал. Именлек хеҙмәткәре ришүәт тәҡдим ителеүе тураһында етәкселегенә белдергән. Һөҙөмтәлә енәйәттә ғәйепләнеүсе аҡса биргән мәлдә ҡулға алынған. Әле тикшереү осорона уның иркен сикләү мәсьәләһе хәл ителә.