Төбәктә ғәмәлгә ашырылған «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә район-ҡалаларҙа биләмәләр төҙөкләндерелә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Благовар районы Первомайский ауылындағы иҫке ихаталарҙың береһен тәртипкә килтереү өсөн республика бюджетынан 5 млн һумға яҡын аҡса бүленә.

Урындағы халыҡтың теләге буйынса был суммаға хәүефһеҙ резина түшәлгән балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы төҙөлә, юлдарға асфальт ҡатламы түшәлә, биләмә йәшелләндерелә. Шулай уҡ подъездар тирәләй видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла, иҫке конструкциялар һүтелә, тротуарҙар яңыртыла.

Флорида Ким.