Тағы 6 проценты татар телендә һәм ҡалғаны русса. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан өсөн барлығы 3 миллиондан ашыу бюллетень сығарыу күҙаллана. Бланктарҙы нәшер итеү «Белая река» типографияһы яуаплылығына йүнәлтелгән. Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр бығаса ойошторолған һайлау участкаларында үтер тип көтөлә. Республика район-ҡалаларында шулай уҡ, 230 һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы урынлаштырыласағы билдәле.
Рәсәй Конституцияһына индереләсәк үҙгәрештәр өсөн тауыш биреү 1 июль үтә. Был көн шаршамбыға тура килә. Ул башҡа йылдарҙағы һайлауҙарҙан бер нимәһе менән дә айырылмаясаҡ. Бары тик пандемияға бәйле хәүефһеҙлек сараларын үтәү мөһим. Йәшәгән урындан ситтә тауыш биреү мөмкинлеге лә ҡаралған. Бының өсөн ни бары алдан ғариза яҙыу талап ителә.
Азат Ғәлиуллин.