Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы күҙәтеүгә иғтибар арта

Республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк операторҙары сүп-сар ташыуҙы фотоға төшөрөп очтет биреп барырға тейеш. Бөгөнгә был эш 88 процентҡа үтәлеп килә.

15 июнгәсә уны тулыһынса тамамлау бурысы ҡуйылды. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән әйләнеште күҙәтеү буйынса мобиль ҡушымтанан күренеүенсә, бөтә ауыл һәм ҡалаларҙа ла сүп-сар ташыу ойошторолған. Әммә 210 ауылда ҡалдыҡтарҙы аҙнаһына бер тапҡыр ғына сығаралар. Кәңәшмәлә был эшкә иғтибарҙы көсәйтергә ҡушылды.

#правительстворб #тбо