Республикала ғәмәлгә ашырылған «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлебаш районы үҙәгендә ремонт башҡарыласаҡ биләмәләр һайлана. Эш яңыраҡ башланып тороуға ҡарамаҫтан, йәй урталарында әҙер булыр тип көтөлә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Илдус Йосопов 3-сө төркөм инвалиды, шуға күрә йыш ҡына автомобиль менән йөрөргә тура килә, тей ул. Ә бына техника менән йорт биләмәһенә инеп булмай, машинаны ҡалдырырға ла урын етмәй. Әхмәтов урамын «Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы төҙөкләндерелеүен белеп ҡалғас, йортта йәшәүселәр парковканы киңәйтергә, юлға асфальт түшәргә ҡарар итә.

Былтыр «Башҡорт ихаталары» программаһына Стәрлебаш ауылының ике йорт алды биләмәһе эләгә. Һөҙөмтәлә заманса балалар майҙансығы, сүп-сар контейнерҙары өсөн махсус урындар барлыҡҡа килә. Шулай уҡ юлдарға асфальт түшәлә, биләмәләр йәшелләндерелә.

Быйыл Әхмәтов һәм Ленин урамдары ихаталары төҙөкләндереләсәк. 100-ҙән ашыу кеше йәшәгән йорт биләмәһен ремонтлау 2020 йылдың беренсе кварталында башлана. Урындағы халыҡ теләге буйынса, иҫке конструкциялар һүтелә, кер киптереү урындары киңәйтелә. Биләмәлә видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡорамалдары, ҡойма, тротуар һәм бордюрҙарҙы яңыртыу буйынса әҙерлек бара. Әммә  оҙайлы ямғыр яуыуы сәбәпле, эш бер аҙ кисектерелеп тора. Ләкин төҙөүселәр ремонт планға ярашлы, июнь аҙағына тамаланыр, тип күҙаллай.

Ихаталарҙы тәртипкә килтереү өсөн республика бюджетынан 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бынан тыш, комплекслы ремонт сиктәрендә йорт подъездары ла яңыртыла.

Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы республиканың барлыҡ ҡала-райондарында алып барыла. Барлығы 380 ихатаны үҙ эсенә алған 124 проект тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан бер миллиард 670 мең һум аҡса йүнәлтелә. Бынан тыш, урындағы бюджеттарҙан 84 миллион һәм йорт хужалары 16 миллион 700 мең һум йыйырға тейеш була.

Әлфинә Килдейәрова.