Республикала беренсе класс уҡыусыларының хоҡуғы киңәйтелә

Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошондай проект әҙерләй. Аныҡлап әйткәндә, тәүбашлап мәктәпкә барыусы мотлаҡ рәүештә ағаһы, йә апаһы уҡыған мәғариф учреждениеһына алынырға тейеш була. Уларҙың был хоҡуғын закон менән нығытыу ҡарала.

Авторҙар әйтеүенсә, ҡайһы  ваҡыт ғаиләләр бала һаны артыу менән торлаҡ майҙанын киңәйтергә тырыша һәм йәшәү урынын алмаштыра. Күп осраҡта өлкән балаһы ҡайһы мәктәпкә йөрөй башлаған, уны шунда ҡалдыра. Рәсми йәшәү урынын үҙгәртеү шул уҡ мәктәпкә артабан тыуған баланы урынлаштырыуҙа ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Яңы ҡанун был бюрократик кәртәне бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Хәҙер 1 классҡа барыусы мотлаҡ ағаһы, йә апаһы уҡыған мәғариф учреждениеһына алынырға тейеш була. Законды июнь аҙағына тиклем ҡабул итеү ҡарала. Ул башлыса ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең хоҡуғын яҡлауға йүнәлтелгән.