Уның 20 миллиарды федераль ҡаҙнанан, ҡалғаны республика иҫәбенән. Финанслау буйынса Башҡортостан өҫтөнлөклө төбәктәр рәтендә, Волга буйы федераль округы субьекттары араһында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урында. Бөгөн республикала «Демография», «Мәҙәниәт», «Һаулыҡ һаҡлау», «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» кеүек милли проекттар бойомға ашырыла.