Иглин районында спорт менән шөғөлләнеү һәм ГТО нормалары тапшырыу майҙаны асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Иглинда йәшәүселәр бынан һуң Еңеү паркында ял итеүҙән тыш сәләмәтлеген нығыта ала. Яңы спорт майҙаны «Демография» Милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» программаһы ярҙамында ике миллион һум аҡсаға төҙөлгән.

Гто нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү өсөн тренажерҙар, варкаут турниктары бар. Былтыр хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлеклеген һынарға 800 ҙән ашыу кеше сыҡты. Спорт майҙанын асыу тантанаһында юғары күрһәткескә ирешеүселәр тәбрикләнде. 

Рәмилә Исмәғилева.