Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, республикала соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш. Баймаҡ районы юлсылары тейешле ваҡытҡа тиклем ҡуйылған бурысты атҡарып сығырға ниәтләй.
Семеновка ауылы юлдары күптән тҙөкләндереүгә мохтаж. Урында асфальт туҡһанынсы йылдарҙа һалына, даими хәрәкәт иткән йөк машиналары юлды сафтан сығара. Быйылғы йәйҙә был хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрәүе көтөлә. Ауыл биләмәһендә юлдарҙы ремонтлау эше башланды. Соҡорҙарҙы ямау сифатлы башҡарылһын өсөн, тәү сиратта, проблемалы участканы тейешле итеп әҙерләү мөһим.
Төҙөкләндереү башланғанға тиклем, бар ауыл биләмәләрендә соҡорҙарҙы һанлаштырыу эше башҡарыла. Юлдарҙағы һәр соҡор иҫәпкә алына һәм махсус программаға индерелә. Асфальт ҡатнашмаһы күләме билдәләнә.
Ремонт эштәре райондың һәр биләмәһендә үтә. Төҙөк юлдар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.
Әлфиә Хәмитова.