Уға ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балаларға киске 10-дан иртәнге 10-ға тиклем ата-әсәләре оҙатыуынан тыш, йәмәғәт урындарында булыу тыйыла. 15 июндән өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмалары эше тергеҙелә. Был категорияға водителдәр әҙерләү ҙә инә.
Медицина персоналы булған балалар санаторийҙары, профилакторийҙар һәм шифахана- һауыҡтырыу лагерҙары 22 июндән эшләй башларға тейеш. Уларҙы асыуға әҙерлек 15 июндән башлана.