Интернеты булмаған абитуриенттарға юғары уҡыу йорттарына документ тапшырыуҙы дистанцион ойоштороуҙа ярҙам буласаҡ

Был хаҡта Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин брифингта белдерҙе. Берҙәм Дәүләт имтихандары тамамланғандан һуң, 25 июлдән алып дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре муниципалитеттың социаль объекттарында көндөҙгө 3-тән 6-ға тиклем  интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге була.  Һәр абитуриентҡа 30 минут ваҡыт бүленә, алдан яҙылыу мотлаҡ, тип билдәләне ведомство етәксеһе. 

Быйыл Башҡортостанда  19 мең  уҡыусы мәктәп тамамлай.