Район советы депутаттары менән осрашыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был вазифаға Ришат Мансуровтың кандидатураһын тәҡдим итте. Яңы вазифала Ришат Мансуров Шишмә районы хакимиәтен 2005 йылдан етәкләгән Флүр Ураҙмәтовты алыштырҙы. Радий Хәбиров Флүр Ураҙмәтовҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы һәм һуңғы 15 йылда райондың социаль-иҡтисади өлкәлә үҫеш юлынан барыуын билдәләне.
Муниципалитеттың яңы башлығы Ришат Мансуров сығышы менән Шишмә районынан, быға тиклем Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең 22-се янғын-ҡотҡарыу отрядын етәкләгән. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров Ришат Мансуровтың был вазифала эш дәүерендә үҙен һәләтле етәксе итеп күрһәтеүен, хәҙер тәжрибәһен муниципалитет файҙаһына йүнәлтәсәгенә ышаныуын белдерҙе.
Гөлдәриә Йосопова.