Борай районында теркәлгән аварияла 4 йәшлек бала зыян күргән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Борай – Иҫке Балтас – Ҡуяҙы автомобиль юлында 7-се модель «ВАЗ» һәм «Газель» автомобилдәре бәрелешкән. Еңел автомобилдә ултырған балаға медицина ярҙамы талап ителгән. Ул дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәрен дәүләт автоинспекцияһы асыҡлай.

Йылайыр районында «Лада приора» руле артында ултырған 19 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтып йәйәүлене бәрҙергән. 61 йәшлек ир дауаханала вафат булған. 

Гөлдәриә Йосопова.