Ошо уңайҙан Ленин һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдарында халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Тротуар, бордюр, ҡоймалар яңыртыла. Был яңылыҡты урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә. Әммә ремонт эштәре оҙайлы ямғырҙарға бәйле, бер аҙ кисектерелә. Урамдарҙы тәртипкә килтереү өсөн инвесторҙар ярҙамында 3 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән.
Планға ярашлы, эштәр июнь аҙағына тамамаланыр тип көтөлә. Бынан тыш, Стәрлебашта Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парк асылған.
Әлфинә Килдейәрова.