Өфөлә Карл Маркс урамындағы Веденеевтар йорто төҙөкләндереләсәк. Тарихи-мәҙәни объектта ойоштороласаҡ реконструкция сиктәрендә ҡыйыҡтарҙы яңыртыу, фасадтарҙы, объекттың тышҡы йөҙөн тулыһынса тәртипкә килтереү ҡаралған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Карл Маркс урамындағы Веденеевтар йортонда Һуңғы ун йыл эсендә генә ике тапҡыр янғын сыға. Әммә тарихи-мәҙәни объекттың киләсәге оҙаҡ йылдар хәл ителмәй. Тулыһынса баннерҙар менән тышланған бина ташландыҡ хәлдә тип баһалана. Урындағы халыҡ та объект төҙөкләндерелергә тейеш тигән фекерҙә.
Мәҙәни мираҫ объектын төҙәкләндереү өсөн бер йылдан ашыу ваҡыт талап ителә. Махсус сканер ярҙамында 3 Д макетҡа таянып ҡына Веденеевтар йортоноң тарихи йөҙөн һаҡлап була.
Объекттың киләсәге суд аша хәл ителә, законға ярашлы, бина өсөн яуаплы милексе «Техник күҙәтеү идаралығы» предприятиеһы Веденеевтар йортонда реконструкция үткәрергә тейеш. Әммә ҡала хакимиәтенә ҡараған муниципаль ойошма суд ҡарарын апелляцияға биреп үҙгәртә ала.
20-се быуат башында төҙөлгән Веденеевтар йорто электән үк Карл Маркс урамы йәме тип иҫәпләнгән. Билдәле меценат, сауҙагәр Илья Веденеев вафат булғас бында төрлө ведомство кабинеттары урын ала. Ер һәм мөлкәт комиссияһы, коммуналь хужалыҡ идаралығы, уҡыу йорто, кафе һәм башҡа ойошмаларҙы һыйындырған йорттоң архитектураһы ваҡыт үтеү менән юҡҡа сыға. Әммә хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың көсө менән объект тарихи хәленә ҡайтарылыр тигән өмөт тыуа.
Ф. Ким.