Бөгөн – Рәсәй көнө

Йәмғиәт,

Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын илебеҙҙең төп байрамы менән ҡотланы.

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Рәсәй көнө – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә Рәсәй дәүләтселегенең күп быуатлыҡ традицияларының күсәгилешлеген, илһөйәрлекте һәм гражданлыҡты һынландырған төп дәүләт байрамы. 2020 йыл Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы билдәһе аҫтында үтә. Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау, Ватан һаҡсыларының яҡты рухына тап төшөрмәү. Был көндәрҙә республика халҡы милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыуҙы ла билдәләй. Беҙ киләсәктә лә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында, Салауат кеүек тыуған еребеҙҙе яратырға һәм һаҡларға өйрәтеп тәрбиәләйәсәкбеҙ.

Ата-бабаларыбыҙҙың героик мираҫына таянып, беҙ Рәсәй тарихына яңы мөһим биттәр яҙыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡортостан ваҡытлыса һынауҙарҙы лайыҡлы үтә һәм алға табан үҫешә. Беҙ бергә тупландыҡ, көслөрәккә әйләндек һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Инвестицияларҙы арттырабыҙ, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерәбеҙ, ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Республиканың йөҙәр меңдәрсә хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен нығыта.

Башҡортостан киләсәктә лә бөйөк Рәсәйҙең ышаныслы терәге буласаҡ. Уртаҡ йортобоҙға тыныслыҡ һәм үҫеш! Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!», тиелә Башҡортостан Башлығы ҡотлауында.

Илдар Байбулатов.