Бөгөн Рәсәйҙә туҡыма етештереүселәр һәм еңел сәнәғәт тармағында эшләүселәр көнө билдәләнә

Был йүнәлеш хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

«Еңел сәнәғәт иҡтисадтың мөһим тармағы. Һеҙ беҙҙе кәрәкле туҡыма, кейем-һалым, көндәлек тормошта тәүбашлап талап ителгән әйберҙәр менән тәьмин итәһегеҙ. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа ла юғалып ҡалманығыҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 4 милион ярым битлек, 250 меңдән ашыу һаҡланыу комбинезоны тегелде. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм юғары технологиялар индереүегеҙ менән эш һөҙөмтәһен арттыраһығыҙ. Тәүге Еңел сәнәғәт форумында беҙ һеҙҙең менән ҙур пландар билдәләнек. Беҙ ҡуйылған маҡсаттарға мотлаҡ ирешәсәкбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, иртәгәһе көнгә ышаныстар, уңыштар теләйем»  тиелә ҡотлау хатында.

Еңел сәнәғәт тармағында эшләүселәр көнө 1980 йылдан билдәләнә.