Хаталы диагноз. Быға тиклем ул табиптар тәҡдиме буйынса имгәнгән урынында тарамыш тартылыуынан дауаланған. Хәҙер ҡыҙ ғүмерлеккә инвалид булып ҡалырмын тип борсола, сөнки ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелмәгәнгә күрә сатанлап атлай. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Карина Родионова 10 мартта Өфө-Благовещен трассаһында аварияға эләккән. Рулдә барғанда ҡаршыһына иҫерек водитель сыға. Көслө бәрелештән ике машинаның да алғы яғы йәмшәйә. Ҡыҙҙың иҫән ҡалыуын яҡындары мөғжизәгә тиңләй.
Юл-транспорт ваҡиғаһы үтеүгә өс ай, әммә Каринаның сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Яралары уңалһа ла, һыҙланыуҙары көсәйә генә. Һул аяҡ табанына баҫа алмай, ҡултыҡ таяғы менән йөрөргә мәжбүр.
Ике аҙна элек ойошторолған магнит-резонанс томографияһы тикшереүе йәрәхәтләнгән урындың дөрөҫ уңалмауын, остеопороз башланыуын асыҡлай. Хәҙер ҡыҙ Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһына дәғүә белдерергә ниәтләй. Сөнки тейешле медицина тикшереүе ойошторолмағанға күрә тәүге диагноз хаталы булған. Сәләмәтлегенә еңел түгел, ә урта ауырлыҡтағы зыян килтерелгән.
Дауахана етәкселеге Карина Родионова мөрәжәғәтен, ниһайәт, ҡабул итте. Быға тиклем пациентҡа табип-травматологтар тарафынан консультациялар ойошторолған булыуы билдәләнде. Әлегә өҫтәмә медицина тикшеренеүе уҙғарыу, стационарға һалыу мәсьәләһе ҡарала.
Юл-транспорт ваҡиғаһында эскән килеш руль артына ултырып, ҡыҙҙы йәрәхәтләгән водитель һаман да яуаплылыҡҡа тарттырылмаған. Ғәфү үтенеү түгел, хатта, бәйләнешкә лә сыҡмаған. Хоҡуҡ һағындағылар тикшереү эшен дауам итә. Карина Родионованың сәләмәтлегенә урта ауырлыҡтағы зыян килтергән булыу иҫбатланһа, яза ҡатыраҡ буласаҡ.
Суд-медицина экспертизаһы нигеҙендә медицина учреждениеһына ла дәғүә белдерергә мөмкин буласаҡ. Карина Родионованың теләге бер, тиҙерәк аяҡҡа баҫып, спортҡа ҡайтыу. Аварияға тиклем ул фитнес-тренер булып эшләгән. Боҙҙа конькиҙа йүгереү буйынса ла уңыштары бар.
Гөлназ Хәйбуллина.