Башҡортостандың 8 районында сәсеүлектәр юҡҡа сығыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде

Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Май аҙағында көслө ел һәм боҙборсаҡ  арҡаһында Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондарында сәсеүлектәр зыян күрҙе. Ғәҙәттән тыш хәл тәртибе 20 июнгә тиклем ғәмәлдә була.

Әле зыян күләме иҫәпләнә, компенсация өсөн тейешле документтар әҙерләнә.