Ике үҫмерҙе бәрҙергән водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул идара иткән "Рено Логан" автомобиле район үҙәгенең Ворошилов урамынан юғары тиҙлектә хәрәкәт иткән була. Ваҡиға урынында ауыр тән йәрәхәттәре алған 15 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә, уның тиҫтере Өфөнөң 17-се дауаханаһына оҙатылған. Улар йәнәшәһендә барған ике уҡыусы автомобилдән ситкә китеп өлгөрә. Ваҡиға урынында БСТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Елена Еникеева үҙен ҡулға алып, көскә күҙ йәштәрен тыя. Быйыл ейәнсәре Динә туғыҙынсы синыфты тамамлаған. Көрәш спорты, бейеү һәм фотомоделдәр студияһында уңышлы шөғөлләнгән, спортта республика һәм Рәсәй кимәлендә беренсе, икенсе яулаған өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән, бишле билдәләренә генә уҡыған, сит телдәрҙе өйрәнгән. Иртә менән ейәнсәре класс етәксеһе тәғәйенләгән ваҡытҡа аттестан алырға йүнәлә. Уның менән бергә уҡыған иптәштәре лә Иглиндәге 4-се мәктәпкә юллана. Әммә Динә йорттан сығып 20 минут та үтмәй, ут күршеләре ҡыҙҙы машина бәрҙереүе хаҡында хәбәр итә. Яҡты хыялдар, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәгән ейәнсәренең ғүмере өҙөлөүен яҡындарына аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә.

Яҡындары һөйләүенсә, йорттарынан йөҙ метр арауыҡта ятҡан был боролоштан Динә Еникеева һәр ваҡыт шомланып үтер булған.

Күреүегеҙсә, Иглин ауылының Ворошилов урамындағы был боролошта юл билдәләре һәм ятҡан полицейскийҙар ҡуйылмаған. Бөгөн иртә менән ошо юлдан аттестат алырға юлланған дүрт үҫмер өсөн дә был боролош хәйерһеҙ урынға әүерелгән.

Ике үҫмер ҙур тиҙлек менән килгән автомобилдән ситкә китеп өлгөрә. Данил менән Диана машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Улар янына тәүгеләрҙән булып Иван ярҙамға килә.

Юл-транпорт ваҡиғаһы шаһиттары билдәләүенсә, бында йәйәүлеләр һәм автомобилдәр ҡатнашлығында авариялар йыш теркәлә. Һуңғыһында яҡын-тирәлә йәшәүселәр ҙә битараф ҡалмай. Ваҡиға урынына ярҙамға ашыға. Фажиғә урынынан ҡасырға ниәтләгән иҫерек водителде тотҡарларға ярҙам итә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында хәбәр Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса идаралығына иртәнге 12 тула биш минутта алына. Ваҡиға урынына шунда уҡ полиция һәм ашығыс ярҙам машинаһы килә. Эскән килеш руль артына ултырған водителдең алкотестер менән тикшергәндән һуң уның ҡанында 1,732 промилле алкоголь булыуы асыҡлана.

Ваҡиға урынынына тиҙ арала килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы ярты сәғәт буйына аңына килтерергә тырыша, әммә бер ниндәй ҙә һөҙөмтәһеҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара, бер үҫмерҙең ғүмеренә зыян килеү, икенсеһенең үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү һөҙөмтәләренән сығып, юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе, эскән килеш автомобиль менән идара иткән водитель суд ҡарары нигеҙендә яуапҡа тарттырыласаҡ.

Гүзәл Борханова.