Башҡортостан чиновниктарының эш һөҙөмтәлелеге арта

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Министрлыҡ вәкилдәренән башлап Дәүләт Думаһы депутаттарына тиклем федераль ведомстволар етәкселегенә барырға, улар менән әңгәмәләшергә, Башҡортостан мәнфәғәтен яҡларға тейеш. Башҡарылған эштәрҙең тәүге ҙур һәм етди уңыштары ла бар.

Республика Рәсәй Президенты гранттарына 415  проект тапшырған. Уларҙы финанслауға ил ҡаҙнаһы 71  миллион һум самаһы аҡса бүләсәк.