Ике үҫмерҙе бәрҙергән 37 йәшлек водитель ике айға ҡулға алынған

Your browser doesn't support HTML5 video.

16 июндә Иглин ауылының Ворошилов урамында «Рено Логан» автомобилендә үҫмерҙәрҙе бәрҙергән 37 йәшлек водитель ике айға ҡулға алынған.

Был туралағы ҡарар бөгөн Иглин район-ара судында ҡабул ителгән. Руль артына иҫерек килеш ултырған Ринат Миһрановҡа ҡарата енәйәт эше асылған. Фажиғә сәбәптәре һәм шарттарын тикшереү осорона ул һаҡ аҫтында ҡала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шишәмбе көндөҙ Иглин ауылында мәктәпкә аттестат алырға барған ике үҫмер эскән водитель идара иткән автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалды. Көслө бәрелештән ваҡиға урынында 15 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө.

Гөлдәриә Йосопова.