Республиканың ауыл хужалығы министрлығы аграр тармаҡҡа кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн акция иғлан итте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Апрель уртаһында ҡар яуыуы әбйәлилдәр өсөн ғәҙәти күренеш. Ул хатта, һабантуй мәлендә лә яуып һалып ҡуя. Һауа торошо нисек кенә болоҡһоп тормаһын, әлеге пандемия осорона ла ҡарамаҫтан яҙғы сәсеү кампанияһы ойошҡанлы алып барыла. Ауыл эшсәндәре ҡайҙалыр дым ҡаплай, икенселәре ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу менән мәшғүл.

Ауыл эшсәндәре ужым культураһының торошон да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Арыштың нисек ҡышлауынан бигерәк, уның ниндәйҙер ауырыуҙарға, ҡоротҡос бөжәктәргә бирешеүе лә бар. Шуға ла тулы анализ үткәреү өсөн белгестәр махсус лабораторияға ебәрә. Көҙҙән сәсеп ҡалдырылған культураның сирлелегенә ҡыштың йылы тороуы сәбәпсе. Бөтөнләй уңышһыҙ ҡалмаҫ өсөн ауыл эшсәндәре минераль һәм химик ашламалар индерә.

Әйткәндәй, был аҙнала Республиканың ауыл хужалығы министрлығы аграр тармаҡҡа кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн акция иғлан итте. Сара сиктәрендә төрлө предприятиеларҙан социаль селтәрҙәрҙә асыҡ вакансиялар, эш шарттары тураһында мәғлүмәт ебәрелә. Акция ярҙамында тармаҡҡа яңы хеҙмәткәрҙәр өҫтәлер тип көтөлә.

Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, республика ауыл хужалығы өлкәһенә эшкә мең ярымдан ашыу хеҙмәткәр талап ителә. Аграрийҙарҙың акцияһына тәүгеләрҙән булып Благовар районында ит етештереүсе компания ҡушылды. Комбинатта сусҡа үрсетеү буйынса яңы комплекс төҙөлә башлаған, шуға ла коллективты киңәйтеү маҡсаты тора.

Азат Ғәлиуллин.