Башҡортостанда бер кеше янып үлгән

Фажиғә бөгөн иртән Учалы районы Туңғатар ауылында булған. Шәхси йорт янған. Утты һүндергәндән һуң 86 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған.

58 йәшлек ир йәрәхәттәр алған һәм  район дауаханаһына оҙатылған. Әлегә янғын сәбәптәре билдәһеҙ, урында эксперттар төркөмө эшләй, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.