Былтыр көҙ юғалған 5 йәшлек Вячеслав менән 8 йәшлек Илья Мазовтарҙың кәүҙәләре табылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы былтыр көҙ юғалған 5 йәшлек Вячеслав менән 8 йәшлек Илья Мазовтарҙың кәүҙәләре табылыуы тураһында мәғлүмәтте раҫланы. Тәфтишселәр уларға Өфөнөң Калинин һәм Дим райондары биләмәһендә Ағиҙел йылғаһында юлыҡҡан.

Үлем сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Балаларҙың атаһы Артем Мазовты эҙләү дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр көҙ ғаилә башлығы тормош иптәше менән ғауғалашҡандан һуң, малайҙарын алып өйҙән сығып юҡ була. Тәфтишселәр һәм ирекмәндәр уларҙы 2019 йылдың 26 октябренән бирле эҙләй