Быйыл республикала 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш

Әлегә пландың өстән бер өлөшө үтәлгән. Был турала Хөкүмәттә уҙған “Төҙөлөш сәғәте”ндә әйтелде. Ултырышта граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль үҙәк менән оҙайлы төҙөлөштәрҙе берлектә финанслау мәсьәләһе лә ҡаралды.

Июнь аҙағына тиклем фондтың күҙәтеү советы Өфөләге “Арбат” торлаҡ комплексы буйынса ғаризаны ҡарай, өсөнсө кварталдан проблемалы объекттарҙы баһалай башлаясаҡ. Ундайҙар иҫәбенә “Миловка паркы” торлаҡ комплексы ла инә. Федераль фонд менән эште дауам итәбеҙ, әүҙемлекте кәметмәйбеҙ,  – тине Республика башлығы  Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ултырышта “Торлаҡҡа аҡса туплау” программаһы ҡаралды. Уны 2021 йылға оҙайтырға һәм иғәнә индереү мөҙәттен 1 йылғаса кәметергә тәҡдим ителде.

               #стройчас  #обманутые дольщики