Федераль үҙәктә Башҡортостанда Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреүгә әҙерлек кимәле юғары баһалана

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Рәсәй Үҙәк һайлау комисссияһы ағзаһы Евгений Шевченко белдерҙе. Ул тауыш биреү өсөн республикала бөтә шарттар ҙа булдырылыуын билдәләне. Пандемия осоронда кешләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә етди иғтибар бирелеүе бигерәк тә әһәмиәтле тип билдәләне комиссия ағзаһы.

Төп законға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү 1 июлдә үтә, әммә һайлау участкалары иртәрәк эшләй башлай. Халыҡ үҙгәрештәргә ҡарашын 25 июндән белдерә ала.