Бөгөн көндөҙгө дүртенселә Благовар районында Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1381-се километрында үлемеслеавария теркәлде. Юл участкаһында «Газель» йөк машинаһы менән 9-сы модель «ВАЗ» автомобиле бәрелешкән.
Әлегәбилдәле мәғлүмәттәр буйынса, аварияла еңел автомобилдә ултырған ике ир менән бер ҡатынһәләкбулған. Ваҡиға урынында оператив хеҙмәттәр эшләй, мәғлүмәттәр асыҡлана.