Хәүефһеҙлек - тәү сиратта

Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә тауыш биреү кампанияһын һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүгә 300 миллион һум аҡса тотонолған. Һәр участка антисептик балаҫтар, битлек-бирсәткә, халаттар менән тәьмин ителгән. Килгән граждандарҙың барыһына ла һаҡланыу саралары һалынған пакет бирелә.

Бының өсөн аҡса федераль бюджеттан бүленгән.