Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашты

Федерация Советы комитеты рәйесе Өфөлә 158-се башҡорт гимназияһында урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, Конституциялағы үҙгәрештәр беҙҙең киләсәгебеҙҙе билдәләй.

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 1 июлгә тиклем дауам итә. Иртәгә һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

#конституция #голосование #совфед