Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биргәндә белдерҙе.
Радий Хәбиров гражданлыҡ бурысын Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан һайлау участкаһында үтәне, тауыш бирергә ул тормош иптәше Каринэ Владимировна менән бергә килде. Хәбәр итеүебеҙсә, илдә төп законға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү дауам итә. Һайлау участкалары 25 июндән бирле эшләй. Һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән гражданлыҡ бурысын үтәй ала.
Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, участкаларҙа барлыҡ санитар-эпидемиология һәм социаль дистанция талаптары теүәл үтәлә. Ингән урында битлек, бирсәткә, спиртланған салфетка һәм ручка бирелә. Шулай уҡ һайлау участкаларында бактерияға ҡаршы шыйыҡса һәм «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыу өсөн браслет таратыла. Бер үк ваҡытта Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ҡултамға ла йыйыла. Республика башлығы ла был мөржәғәткә үҙ ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Рәмзиә Кәримова.