Белорет районы Манышты ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына һәйкәл асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Үҙизоляция һөҙөмтәле үткән. Белорет районы Манышты ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яуҙа башын һалған, яҡташтар, еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәре һәм сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Мемориал тулыһынса тиерлек урындағы халыҡ аҡсаһы һәм көсө менән төҙөлдө. Скульптура ансамбле 9 майҙа әҙер булды, әммә коронавирус таралыуын иҫкәртеү сааралары ғәмәлдә булыу сәбәпле уны  рәсми асыу тантанаһы күсерелеп килде. Республикала юғары әҙерлек тәртибе йомшартылыу менән  Манышты халҡы һәйкәл асыу тантанаһына йыйылды. Ауылдаштарҙың шатлығын БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин уртаҡлашты.

Маныштының төп майҙанына тән температураһын үлсәп, битлек кейгәндән һуң ғына үтергә рәхсәт ителә. Ҡағиҙә бөтәһе өсөн дә бер. Байрамға саҡырылған район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла сәләмәтлек торошон тикшереүҙән ситтә ҡалманы. Пандемия шарттарында халыҡ һаулығын ҡайғыртыу төп мәсьәлә.

Манышты Инйәр ауыл биләмәһенә ҡараған төпкөл ауылдарҙың береһе. Әле унда 400-гә яҡын кеше йәшәй. Ир-егеттәрҙең күбеһе Себерҙә вахтала йәки тимер юлында эшләй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Һәйкәл төҙөлөшөнөң идеологы ветеран уҡытыусы һәм туған яҡ тарихын өйрәнеүсе Нурулла Миһранов.

Нурулла Миһрановтың башланғысын ауыл халҡы дәррәү күтәреп ала. Былтыр ноябрь айында үткән дөйөм йыйылышта Маныштылар уртаҡ фекергә килә. Аҡса йыйырға, берҙәм көс менән һәйкәл төҙөргә ҡарар ителә. Был эште башҡарып сығыу запастағы подполковник Азамат Хызыров иңенә йөкмәтелә. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мәүлетбай Хәлиловтың ярҙамы менән скульптура ансамбле проекты әҙерләнә. Ауылдаштар тәҡдиме менән ул тулылана.

Төҙөлөш тулыһынса халыҡ көсө менән башҡаралыла. Финанс иғәнәләрҙең күпселек өлөшө ауылдаштар иңенә төшә.

Скульптура ансамбле төҙөлөшө үҙизоляция осорона тура килә. Себерҙән вахтанан ялға ҡайтҡан егеттәр көсө менән өмәләр ойошторола.

Скульптура ансамбле төҙөүҙән тыш уның эстәлеген тултырыу ҙа мөһим. Проектты башҡарыусылар ҙур фәнни-эҙләнеү эше башҡарып сыға,  тиһәм дә һис кенә лә хата булмаҫ. Улар яуҙа башын һалған, тылда еңеүҙе яҡынайтҡан, сәйәси золом йылдарында репрессияланған ауылдаштарының тулы исемлеген асыҡлау буйынса архивтарҙа эшләй, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә һибелеп йәшәгән ауылдаштарҙың яҡындары менән бәйләнешкә сыға.

Скульптура комплексы урыны осраҡлы ғына һайланмаған.Маныштыға нигеҙ һалынған көндән алып тап ошо ерҙән ватан һаҡсыларын яуға оҙатҡандар. Был традиция әле йәшәп килә.Ҡораллы көстәр сафына алынған Манышты егеттәре ауыл үҙәгендә йыйылып армияға китә. Хәҙер уларҙы оҙатыу өсөн дә иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде тип шатлана Маныштылар.

Рафиҡ Әхмәтшин.