Йәштәрҙең үҙ йорто барлыҡҡа килде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Радий Хәбиров йәштәр көнөнә быға тиклем таможня урынлашҡан йортто бүләк итеп тапшырҙы. Баш ҡаланың Пушкин һәм Карл Маркс урамдары киҫелешендә урынлашҡан йорт бай тарихлы.

Уны 1907 йылда Павел Костерин һәм Степан Черников фамилмялы сауҙагәрҙәр төҙөткән. Хәҙер архитектура мираҫы йәштәргә тапшырылды. Республика башлығы уны төҙөкләндереп яңы йылға тиклем файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләне.  Радий Хәбиров шулай уҡ төҙөкләндерелгән Чайка теплоходын да йәштәргә файҙаланыуға тапшырҙы. Судно ике йыл буйы хәрәкәтһеҙ торған. Республика башлығы бөлгөнлөккә төшөрөлгән йылға пароходсылығын тергеҙеүгә йүнәлеш биргәндән һуң был теплоход тәүгеләрҙән булып йөҙөүгә сыҡты. Артабан ул баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын даими хеҙмәтләндерәсәк. Башҡортостан йәштәре бындай бүләккә лайыҡ, мин һеҙгә рәхмәт әйтеүҙән туҡтамаясаҡмын, тине Радий Хәбиров. 

Республика етәксеһе Өфөнөң яңы яр буйында ойошторолған байрамда ла ҡатнашты. Йәштәр өсөн бындай спорт уйындары, йыр-бейеү майҙансыҡтары, авиашоу ойошторолдо. Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңы яр буйында бындай саралар йыш үткәреләсәк һәм йәштәр был байрамдарҙың  төп ҡатнашыусыларына әйләнәсәк. Байрамға килеүсе йәштәрҙең иһә үҙизоляциянан һуң күләмле байрамдарға һыуһағаны күренеп тора. Шулай ҙа йәштәр көнөн уҙғарыусылар һаҡланыу сараларын да онотмаған.

Айнур Кәбиров.