Башҡортостанда ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа юлда соҡорҙарҙы ямау тулыһынса тамамланған

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ултырыш үткәрҙе. Унда юл инфраструктураһын яҡшыртыу мәсьәләһе ҡаралды. Әле республикала юл соҡорҙарын ямау 88 процентҡа үтәлгән.

Архангел, Бөрйән, Ейәнсура, Ишембай, Нуриман райондары, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларында ремонт теүәлләнгән. Ултырышта шулай уҡ “Юл йылына” әҙерлек мәсьәләһе күтәрелде. Унда “Тыуған урам” төбәк программаһы үтәлешенә айырым иғтибар итергә ҡушылды.

#правительстворб #дороги