Йәрмәкәй районында көслө ел биш торлаҡ йорттоң һәм үҙәк дауахананың ҡыйығын емергән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар теркәлмәгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, дауыл Татарстан яғынан килгән. Йәрмәкәй районы тап ошо республика менән сиктәш урынлашҡан.

Мәғлүм булыуынса, күрше төбәктә лә көслө елдән бик күп биналар зыян күргән. Әлеге ваҡытта Йәрмәкәй үҙәк дауаханаһының ҡыйығын төҙөкләндереү эштәре башланған. Медицина учреждениеһы элекке режимда эшләүен дауам итә. Район етәкселәре һәм оператив төркөм ваҡиғаны даими контролдә тота.