Башҡортостанда юл соҡорҙарының 88 проценты тигеҙләнгән

Был турала Республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитенынан хәбәр итәләр. Тиҫтәгә яҡын район һәм ҡалала билдәләнгән эш тулыһынса үтәлгән. Әле юлдар өсөн йыл һайын 7 миллиард һум бүленә.

Башҡараһы эштәр күп, юл фондын тулыландырыу өсөн яңы сығанаҡтар кәрәк, тине ведомство башлығы Алан Марзаев.