Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вуздарҙа бюджет урыны ла күбәйтелде. Республикала юғары уҡыу йорттарына 20 июндән ҡабул итеү башланды. Документтар дистанцион рәүештә тапшырыла. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, һәр абитуриент өсөн шәхси кабинет ҡаралған. Ҡабул итеү комиссияһы вәкилдәре шуның аша документтарҙы тикшерә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИюлдә сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Абитуриенттарға имтихан һөҙөмтәләре менән сертификат алып килеү кәрәк түгел. Берҙәм электрон базала бөтә мәғлүмәт туплана.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына быйыл 1 мең 700-гә яҡын бюджет урыны бүленгән.
#бгпу #вуз #приемнаякампания