Форумға тиклем Радий Хәбиров һәм Валерий Фальков Дим районында буласаҡ вуз-ара кампус майҙансығын ҡараны

Һуңынан улар “Фәнни белем-биреү үҙәге ҡала үҫеш драйверы” тип аталған панель сессияла ҡатнашты. Унда Башҡортостанда донъя кимәлендә фәнни-белем биреү үҙәген булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Республика Башлығы фекеренсә, юғары уҡыу йорттары үҫешкә ҙур йоғонто яһай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Форум барышында 10 секция ултырышы үтте. “Төбәктәр үҫеше өсөн глобаль туризм технологиялары” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре ҡаралды. Эксперттар беҙҙең республиканы экотуризмды үҫтереү өсөн уңайлы төбәк тип билдәләй. Туризм буйынса белгес Кинйә Ҡускилдин әйтеүенсә, Башҡортостан ҡунаҡтарҙы хозур тәбиғәте менән генә түгел, борондан һаҡланып килгән йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, милли үҙенсәлектәре менән йәлеп итә ала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

#хабиров #форум #туризм