Башҡортостан ихаталары проекты тотош илгә тәҡдим ителәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Максим Егоров республика башланғысын һөҙөмтәле тип баһаланы.

Федераль ведомство вәкиле әйтеүенсә, Башҡортостанда башланған программа тураһында бер йыл хәбәрҙар һәм уның уңышлы булыуын билдәләй. Ихатала бихисап проблеманы комплекслы хәл итеү мөмкинлеге биргән уникаль проект.

Бер юлы йорт алдындағы юлдар, парковка урындары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, хәһефһеҙлек мәсьәләһе лә хәл ителә. Башланғысты башҡа төбәктәргә лә тәҡдим итер инем, тине Максим Егоров.

Айнур Кәбиров.