Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау участкалары 25 июндә асылды. Унда һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән килә ала. Бөтә ил буйынса тауыш биреү 1 июлгә тиклем ҡаралған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөнөң 21-се лицей биләмәһендә ойошторолған һайлау участкаһында иртәнге 8-ҙән үк ил киләсәге өсөн тауыш биреүселәрҙе осратырға мөмкин. Һайлауҙарға тәүгеләрҙен булып Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев та килә. Сәхнә оҫтаһы гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн тәүге тапҡыр улы Арыҫланды ла йәлеп итә. Егеткә быйыл ғына 18 йәш тулған.

Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, һәр һайлау участкаһына ингән урында уҡ граждандарҙың температураһы үлсәнә. Тауыш биреүселәрҙең бөтәһенә лә  бер тапҡыр файҙаланыла торған битлек, бирсәткәләр һәм ручка таратыла. Барлыҡ һайлау участкалар майҙаны һәр ике сәғәт һайын махсус шыйыҡса менән эшкәртелә.

Өфөнөң һайлау участкаларында комиссия ағзаларынан тыш йәмәғәт палатаһы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр тауыш биреү процессын тикшерә. Бәхәсле хәл сығып белгестәр шикләнгән осраҡта компьютер аша видеояҙманы ҡарап була.Республикала 309 участкала видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған.

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү республиканың район-ҡалаларында ла дауам итә. Иглин, Күгәрсен райондары, Күмертау, Сибай, Салауат ҡалаларында ла һайлау процедураһы асыҡ һауала ойошторолған. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, өлкән йәштәге кешеләр өсөн үҙ йорттарында тауыш биреү мөмкин. Бөгөнгә Әбйәлил районында берҙәм һайлауҙарҙа урындағы халыҡтың 61%-ты гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Рәсәйҙең төп документына төҙәтмәләр индереү өсөн тауыш биреүгә быйыл бер аҙна бирелде. Ил киләсәге өсөн һайлауҙар 1 июлгә тиклем дауам итә. Тап ошо көндә гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр һаны күп буласаҡ тип көтөлә.

Мәҙинә Ибраһимова, 768-се участка һайлау комиссияһы ағзаһы /Әбйәлил районы/

Ф.Ким.