Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы. Парламент спикеры Константин Толкачев коронавирус пандемияһы арҡаһында был сессия иң ҡатмарлыларҙың береһе булды тине. Уның әйтеүенсә, депутаттарға яңы эш шарттарына яраҡлашырға тура килә.