Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла йәшәүсе табиптар династияһы илдең төп законына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашты. Хәйбуллиндар ғаиләһе "Иң оло династия" номинацияһында еңеүсе. Ғаилә ағзаларының дөйөм хеҙмәт стажы мең йылдан ашыу .
Бар ғүмерен кеше дауалауға, республикала медицинаһын үҫтереүгә арнаған Хәйбуллиндар әле лә һөнәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлай. Улар Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында хеҙмәт итә. Династия вәкилдәре араһында терапевт, нейрохирург, гинеколог, теш табибы, анестезиолог һәм функциональ диагностар бар. Ил медицинаһына дүрт атҡаҙанған табип, өс отличник, доктор һәм медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы ун алты табип үҫтергән Хәйбуллиндар Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш бирҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Боҙ һарайы" бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһына улар ғаилә ағзалары менән берлектә килде. Хәйбуллиндар билдәләүенсә, Конституциялағы үҙгәрештәр беҙҙең киләсәкте билдәләй һәм медицина өлкәһен тағы ла көслөрәк итә.
Әлфинә Килдейәрова.