Асҡын ауылы йылдам үҫешә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яңы микрорайонда йәш ғаиләләр күпләп йорттар һала. Районда "уңайлы юлдар" проекты сиктәрендә 15 урам, 4 тыҡрыҡ төҙөкләндерелә.

Ошоға тиклем юлһыҙлыҡтан йонсоған халыҡ ремонт эштәренең сифатлы һәм тиҙ арала үтәлеүенән ҡәнәғәт. Бер-нисә урамда эш тулыһынса теүәлләнгән дә инде. Яңы микрорайонда йәшәүселәр бынан һуң район үҙәгенә йөрөүҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ, тип ҡыуана.

Муниципаль контракт нигеҙендә башҡарылған эштәр хаҡы 27 миллион 436 мең һум тәшкил итә. Әлеге көндә ҡалған урамдарҙа ла юл ҡатламы тигеҙләнә, һыу үткәргес торбалар өлөшләтә һалынған, күп кенә  урамдарҙа ҡырсынташ түшәлгән. Быйыл ғына 17 миллион һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылған. Юлсылар яҡын арала һыу торбаларын һалыуҙы тамамлап, канауҙар йырасаҡ һәм бөтә урамдарға ла юл билдәләре ҡуйыласаҡ, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова.