Башҡортостанда бер ир батып үлгән

Мәләүез районында өс ир күл буйында хәмер эскән, икәүһе ҡаршы ярға йөҙөп сығырға булған. Күл уртаһында бата башлағас уларҙы ҡаршы ярҙа ял итеүселәр күреп ҡалып һыуҙан сығарған. Хәл алғас, ике ирҙең берәүһе ял иткән урынына яр буйлап атлаған, икенсеһе тағы берҙе көсөн һынап ҡарарға теләгән һәм күл уртаһына йөҙөп барып еткәс, һыу төбөнә киткән.

Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар сығарған. Быйыл Республикала 58 кеше, шул иҫәптән 4 бала батып үлгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.